ИҠТИСАД
20 Февраль 2022, 16:08

Сибай ковид госпитале

18 мартта инфекция госпитале үҙ ишектәрен аса

Сибай ковид госпиталеСибай ковид госпитале
Сибай ковид госпитале

Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә,  объекттың нигеҙе, стенаһы һәм ҡыйығы буйынса эштәр  тамамланған.

Эске һәм тышҡы эштәр бара. Төҙөлөш эше менән бер үк ваҡытта ҡоролмалар һатып алына, персонал туплана, өйрәтелә, лицензия алыу өсөн документтар әҙерләнә. Әле майҙансыҡта  400-ҙән ашыу кеше эшләй. Уларҙың һанын арттырыу һәм эш темпын тиҙләтеү саралары күрелә.  Тәүге пациенттарҙы 18 мартта ҡабул итә башлау күҙаллана.

“Инфекция бүлегенән тыш, бында ауырыуҙарҙы ҡабул итеү, интенсив терапия, экспресс-лаборатория, эндоскопик  һәм диагностик кабинеттар буласаҡ. Госпиталдә бер үк ваҡытта 230 яҡын пациент медицина ярҙамы ала ала. Объект территорияһында вертолет майҙансығы ла төҙөлә”,--тип яҙа үҙ сәхифәһенлә Анлрей Назаров.

Башинформ

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас