ИҠТИСАД
19 Февраля 2022, 05:59

Хәйбуллала төҙөлөш эштәре нисек бара?

Билдәле булыуынса, Аҡъярҙа интернаты менән бергә өр-яңы мәктәп, бассейн, Бүребайҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө башланғайны

Хәйбуллала төҙөлөш эштәре нисек бара?Хәйбуллала төҙөлөш эштәре нисек бара?
Хәйбуллала төҙөлөш эштәре нисек бара?

Билдәле булыуынса, бынан бер нисә йыл элек Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа интернаты менән бергә өр-яңы мәктәп, бассейн, Бүребайҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө башланғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төҙөлөш башланып та өлгөрмәй, туҡтап ҡалды. Үҙ эштәренә яуапһыҙ ҡараған, тендерҙа еңеү яулаған ойошмалар эште башлап өлгөрмөҫ элек юҡҡа ла сыҡты.

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың ныҡышмаллығы һәм маҡсатына алған бурысты аҙағына еткереп алып сығарыуы һөҙөмтәһендә, ниһайәт боҙ урынынан ҡуҙғалды. Бөгөн район үҙәге ысын төҙөлөш майҙанын хәтерләтә: ике социаль объектта, Бүребайҙа төҙөлөш эштәре гөрләй. Был хаҡта Рөстәм Динислам улы үҙенең социаль сәхифәһендә лә яҙған.

"Район үҙәге Аҡъярҙа полилингваль мәктәп төҙөлөшө яңынан башланды. Хәҙер  унда яңы подрядчик. Рафаэль Исмәғилов етәкселегендәге "Ремстройцентр" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре бар эште башҡара. Дүрт блокта уҡыу кластары, актовый зал, аҙыҡ-түлек блогы, уҡыу оҫтаханалары, спортзал, саңғы базаһы һәм 140 урынлыҡ интернат буласаҡ. Төҙөүселәр котельныйҙы монтажлауҙы тамамланы, газ торбалары һуҙылды, "зәңгәр ут"ҡа тоташтырыу өсөн документтар әҙерләнә. Шулай уҡ башҡа төҙөлөш эштәре лә йылдам темп менән бара.

Аҡъярҙағы бассейндың төҙөлөш подрядчигы ла яңы. Уны «КапиталСтрой» яуаплығы сикләнгән йәмғиәте төҙөй. Әле йылытыу һәм вентиляция системаларын монтажлау эштәре атҡарыла. Шул уҡ ваҡытта бинаны "зәңгәр ут"ҡа тоташтырыу өсөн документтар әҙерләнә. Объект әлегә 75 процент әҙер.

Бүребайҙағы физкультура-һауыҡтырыу комплексы эштәре тамамланыуға яҡынлаша. Эшселәр бинаны эске яҡтан биҙәү эштәре менән булыша. Бында волейбол, теннис, баскетбол, мини-футбол уйнау өсөн залдар, фитнес зал, медицина кабинеты, душ, сисенеү бүлмәләре буласаҡ"

Тимәк, тиҙҙән Хәйбулла халҡы рәхәтләнеп бассейнда йөҙөп, физкультура-һауыҡтырыу комплексында сәләмәтлектәрен нығытып, өр-яңы төҙөлгән мәктәптә белем аласаҡ.

Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

 



 
Хәйбуллала төҙөлөш эштәре яңынан башланды
Хәйбуллала төҙөлөш эштәре яңынан башланды
 
Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2022-02-18/h-ybullala-t-l-sh-esht-re-ya-ynan-bashlandy-2698819
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас