

Муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә районда социаль объекттар төҙөлөшө барышы тураһында хәбәр итә.
“Ҡатмарлы эпидемиологик хәл-торошҡа ҡарамаҫтан, төҙөлөш эштәре бара. Район үҙәгендә полилингваль мәктәп төҙөлөшө тергеҙелде. Хәҙер унда яңы подрядчик, “Ремстройцентр” йәмғиәте эш алып бара.
Мәктәптең 4 блогында уҡыу кластары, аҙыҡ-түлек блогы, актовый зал, 140 урынлыҡ интернат, уҡыу оҫтаханалары, спортзал, саңғы базаһы урынлашасаҡ. Ҡаҙанлыҡты монтажлау тамамланған, газ торбалары һалынған,”зәңгәр яғыулыҡты” ебәреүгә документтар әҙерләнә. Мәктәп интернатында йылылыҡ системаһын үткәреү, тәҙрә блоктарын монтажлау эше алып барыла.
Аҡъярҙа бассейн төҙөлөшө буйынса яңы подрядчик—“КапиталСтрой” йәмғиәте бөгөнгө көндә вентиляция һәм йылылыҡ системаларын монтажлай. Бер үк ваҡытта объектты газификациялауға документтар әҙерләнә. Объект 75 процентҡа әҙерлек һыҙығында.
Бүребайҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө тамамланыу өҫтөндә. Спорт комплексында волейбол, теннис, баскетбол, мини-футбол менән шөғөлләнеү өсөн универсаль уйын залы, фитнес зал, душ бүлмәләре менән сисенеү урындары, медицина кабинеты ҡаралған. Әле подрядчик бинаның эске биҙәлеше буйынса эш алып бара.
Яҙғы айҙарҙа, төҙөлөш миҙгеле башланыуға, милли проекттар сиктәрендә тормошҡа ашырыла торған, республика һәм федераль бюджеттан бүленгән аҡсалар иҫәбенә ҙур ғына финанс күләмле башҡа мөһим обьекттарҙы төҙөү һәм ремонтлау буйынса эштәр планлаштырылды”,--тип яҙа Рөстәм Динислам улы.