ИҠТИСАД
18 Февраль 2022, 11:05

Ағиҙел күпере – Өфөнөң символы

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Азамат Йәнбирҙин ниндәй фекерҙә?

Ағиҙел күпере – Өфөнөң символыАғиҙел күпере – Өфөнөң символы
Ағиҙел күпере – Өфөнөң символы

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша һалынған аркалы күпер 1 марттан ябыла һәм унда реконструкция эштәре башлана.

Әлбиттә, автомобилдәр һаны йылдам үҫешкән заманда баш ҡала өсөн мөһим объекттың ябылыуы борсолоу ҙа тыуҙыра. Әммә был хафаланыу урынһыҙҙыр, сөнки уға алмашҡа тип былтыр ҡыҫҡа ваҡытта яңы күпер төҙөлдө.

Аркалы күпер яҙмышы йәмәғәтселектең иғтибары үҙәгендә. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Азамат Йәнбирҙин да “Башҡортостан” гәзите аша үҙенең фекере менән уртаҡлашты.

"Ағиҙел күпере – Өфөнөң символы. Бынан 40 йыл элек баш ҡалаға килгән уҡыусыларҙың, беҙҙең, тәүге күргән нәмәбеҙ уның аркаһы булды.

Иҫке күпер 1 марттан реконструкцияға ябыла, Өфөнөң 450 йыллығына үҙенең селтәр матурлығы менән яңынан ҡыуандырыу өсөн. Реконструкция авторҙары уның элекке йөҙөн һаҡлаясаҡ – металл өлөшө яңынан ҡойоласаҡ, ә ҡалғаны алыштырыласаҡ һәм был берҙән-бер ҡарар. Ә бит күперҙең аҫтын ҡараһаң, тоташҡан урындарҙың сереүен, бетондың ыуалып-ҡойолоп торғанын күрергә мөмкин. Ғәжәпләнергә лә түгел, сөнки ул 50 йыл урынына капиталь ремонтһыҙ 70 йылға яҡын тора. Уның аша хәрәкәт итеү хәүефле була бара. Өфө халҡына бер аҙ көтөргә тура киләсәк, уның ҡарауы, аҙаҡ баш ҡаланан сығыуы уңайлыраҡ буласаҡ. Етмәһә, яңы күперҙең барлыҡҡа килеүе һәм һәр һыҙаттың тарайыуы иҫәбенә һыҙаттар һаны ла үҙгәрмәне.

Өфө үҫә, юбилейына әҙерләнә. Ҡунаҡтар алдында лайыҡлы күренергә тейешбеҙ. Ә Ағиҙел күпере – тарихыбыҙ, иҫтәлекле урыныбыҙ, визит карточкабыҙ", – тине Азамат Йәнбирҙин.

Автор фотоһы.    

Автор:Рәмилә Мусина
 
 
Автор:
Читайте нас