

Волга буйы федераль округының Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса департаменты Башҡортостандың Хәйбулла районындағы Көньяҡ Подольск ятҡылығында алтынлы мәғдән запастарын баһаларға тейешле подрядсы һайлап алыуға конкурс үткәрә.
Контракт проектына ярашлы, яҡынса 2 квадрат километр майҙанда эштәр 2022 йылдың беренсе кварталында башланырға һәм . Килешеүҙең башланғыс хаҡы 472 миллион һум тәшкил итә, эштәр «Геология: легенданы тергеҙеү» федераль проекты сиктәрендә этаплап финанслана, тиелә һатып алыу документтарында. Еңеүсене 14 мартта билдәләйҙәр.
Башҡортостандың Урал аръяғы алтын запастары буйынса перспективалы биләмә булып тора. Һуңғы йылдарҙа бында ятҡылыҡтар әүҙем эшкәртелә башлаған, әммә алтын табыусылар күбеһенсә законһыҙ һәм йыртҡыс ысулдар менән эш итә, урындағы халыҡ протест кәйефен белдерә. Республика властары бизнесты яуаплылыҡҡа тарттырып, хәлде яйға һала алды. Яуыз хоҡуҡ боҙоусыларҙың лицензияһы тартып алынасаҡ, тәбиғәткә күрһәткән зыяндары өсөн улар ҙур штраф түләйәсәк. Был «Таналыҡ», «Графское», «Альт-инвест», «Ирәмәлбашресурс» кеүек компанияларҙың эшмәкәрлегенә ҡағыла.
Фото:Росприроднадзор по РБ
https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-02-17/federalnyy-byudzhet-vydelil-472-mln-rub-na-razvedku-zolota-v-haybulinskom-rayone-bashkirii-2697082