ИҠТИСАД
16 Февраль 2022, 17:19

Башҡортостан “Оло Урал” макротөбәге ҡулсаһына инәсәк

Был Свердловск һәм Силәбе өлкәләре, Пермь крайы менән берлектә туризмды үҫтереүгә этәргес бирәсәк.

Башҡортостан “Оло Урал” макротөбәге ҡулсаһына инәсәкБашҡортостан “Оло Урал” макротөбәге ҡулсаһына инәсәк
Башҡортостан “Оло Урал” макротөбәге ҡулсаһына инәсәк

“Дүрт төбәктең үҙ-ара клешеү төҙөп эшләүе, киләсәктә туристик инфраструктураны тигеҙ үҫтереүгә этәргес бирәсәк. Бергәләп үҫеш стратегияһы төҙөйәсәкбеҙ. Маршруттар бер төрлө стилдә һәм бер навигацияла эшләнәсәк”, - тип билдәләгән үҙенең сығышында Свердловск өлкәһенең туризмды үҫтереү һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы департаменты директоры Эльмира Туҡанова.

Макротөбәк ойоштороу башланғысы менән Свердловск өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһы сыға. Проектҡа ингән дүрт төбәк тә һыу һәм ер маршруттары, автотрассалар, тимер юлдар менән бер-береһенә тығыҙ бәйле. Шуға ла берҙәм инфраструктура ла үҙ-ара бәйле булырға тейеш, тигән фекергә килә белгестәр.

“Оло Урал” – 2021 йылда “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектына (нацпроект «Туризм и индустрия гостеприимства») ингән 13 макротөбәктәрҙең береһе. Һәр проектҡа туризмды үҫтереү буйынса маҡсаттар ҡуйылған. Ил Президенты Владимир Путиндың махсус указы нигеҙендә тормошҡа ашырылған милли проекттың маҡсаты - 2030 йылға Рәсәй буйынса сәйәхәттәр һанын йылына 140 миллионға еткереү.

 

 

 

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Лилия Нуретдинова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-02-15/bash-ortostan-olo-ural-makrot-b-ge-ulsa-yna-in-s-k-2693908
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас