

Эшҡыуарлыҡ буйынса координация советының "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматындағы ултырыштары Хәйбулла районында эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, шулай уҡ "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам итеү" милли проекты сиктәрендә күрһәткестәрҙе үтәүгә йүнәлтелгән.
28 ғинуарҙа онлайн форматта "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нең сираттағы ултырышы үтте. Үҙ проекты менән Аҡъяр ауылында йәшәүсе Венера Гвоздева сығыш яһаны. Ул смета-бухгалтер бюроһын асырға һәм айырым граждандарға, юридик шәхестәргә сметалар иҫәпләү буйынса хеҙмәттәр күрһәтергә ниәтләй. Шулай уҡ КС-2, КС-3 формаһындағы башҡарылған эштәр акттарын, бухгалтер белешмәләрен рәсмиләштереү, бухгалтер иҫәп-хисабын алып барыу һәм тапшырыу, беренсел бухгалтерия документтарын, килешеүҙәрҙе, бизнес-пландарҙы рәсмиләштереү, ойошмаларҙың финанс торошон иҫәпләү һәм анализлау, финанс хәүефтәрен билдәләү ҡаралған. Бизнес-проект сметаларҙы иҫәпләү хеҙмәттәренә һорау нигеҙендә төҙөлгән.
Венера Гвоздеева әйтеүенсә, әлеге ваҡытта программа тәьминәте һәм оргтехника һатып алыуға финанс эҙләү менән шөғөлләнәләр. Проекттың маҡсаты - программа продуктын һәм оргтехника һатып алыуға бәйле сығымдарҙы ҡаплау өсөн инвестициялар йәлеп итеү. Инвестиция күрһәтелгән хеҙмәттәр иҫәбен арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнашыусыларға инвестиция проектына дәүләт ярҙамы күрһәтеү варианттары буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушылды.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан