

Эшҡыуарлыҡ буйынса координация советының "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматындағы ултырыштары Хәйбулла районында эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, шулай уҡ "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам итеү" милли проекты сиктәрендә күрһәткестәрҙе үтәүгә йүнәлтелгән.
Иҫәнгилде ауылынан Нур Күсәрбаев 2017 йылдан башлап үҙенең шәхси хужалығында башҡорт тоҡомло ат үрсетеү менән шөғөлләнә. Киләсәктә үҙенең крәҫтиән (фермер) хужалығын ойоштороу һәм үҫтереү өсөн башҡорт тоҡомло һауын бейәләрен һәм ауыл хужалығы техникаһын һатып алырға ниәтләй. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙам талап ителә. Нур Күсәрбаев быйыл Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының "Агростартап" программаһында крәҫтиән (фермер) хужалығын булдырыуға һәм үҫтереүгә грант алыу маҡсатында ҡатнашырға ниәтләй.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан