

Эшҡыуарлыҡ буйынса координация советының "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматындағы ултырыштары Хәйбулла районында эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, шулай уҡ "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам итеү" милли проекты сиктәрендә күрһәткестәрҙе үтәүгә йүнәлтелгән.
Айнур Бүләков йыл ярым элек металдан изделиелар әҙерләү менән шөғөлләнә башлаған. Етештерелгән изделиелар социаль селтәрҙәр аша һатыла. Бәләкәй бина, ҡулдан эшләнгән станоктар һәм электр ҡорамалдары бар. Киләсәктә эшҡыуар һалҡын сүкеү өсөн ҡорамалдар һатып алырға, шулай уҡ автотағылмалар эшләү менән шөғөлләнергә ниәтләй. Ләкин производствоны киңәйтеү өсөн уға бина һәм сертификат алыуҙа ярҙам кәрәк. Ошо маҡсатта ул "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нең сираттағы ултырышына килде лә инде.
Эшҡыуар һүҙҙәренсә, инвестициялар Хәйбулла районы биләмәһендә металдан етештерелгән һәм һатылған изделиелар күләмен арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Ултырыш йомғаҡтары буйынса вазифалы кешеләргә инвестиция проектына дәүләт ярҙамы күрһәтеү варианттары һәм бина һайлау буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә, шулай уҡ автотағылмалар әҙерләү өсөн сертификат әҙерләүҙә ярҙам итергә ҡушылды.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан