

Яҙғы-баҫыу эштәренә арналған зональ агрономия конференияһы, эпидемиологик хәл-торошҡа бәйле, онлайн форматта уҙҙы.
Унда 2022 йылда агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙә стратегик йүнәлештәге мәсьәләләр ҡаралды. Район хужалыҡтарының яҙғы-баҫыу эштәренә әҙерлек мәсьәләһе көнүҙәк тема булды.
Район ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре агрономия конференцияһы эшендә әүҙем ҡатнашты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдылар. Конференцияла 30-ға яҡын район фермер хужалыҡтары вәкилдәре ҡатнашты.