

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһында инвесторҙарҙы буш торған инвестиция майҙансыҡтары реестрынан сираттағы инвестиция майҙансығы менән таныштырҙылар.
Биш гектарлыҡ майҙан Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы янында урынлашҡан, туристик объекттарҙы урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән, тип хәбәр ителә Башҡортостан хөкүмәте сайтында.
«Туристик йүнәлеште үҫтергән инвесторҙарға миҙгел башланыуға объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу өсөн әле үк тейешле майҙансыҡ һайларға кәрәк», — тине Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.
Тәҡдим ителгән инвестиция майҙансығында үҙенең инвестиция проектын тормошҡа ашырырға йыйынған инициаторға Үҫеш корпорацияһы белгестәре бушлай консультация һәм ойоштороу йәһәтенән ярҙам күрһәтә.
Майҙансыҡ Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан. Һаҡмар Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе буйлап аға, шуға күрә был урын бер юлы ике төбәк халҡын һәм ҡунаҡтарын үҙенә тартып тора. Бынан тыш, федераль әһәмиәттәге «Шайтантау» ҡурсаулығы ла ошо инвестиция майҙансығына яҡын.
Тәҡдим ителгән биләмә эргәләге муниципаль берәмектән 5,3 саҡрым алыҫлыҡта. Майҙансыҡта энергия менән тәьмин итеү селтәрҙәренә тоташыу мөмкинлеге, шулай уҡ кәрәҙле элемтә бар.
Башҡортостанда 1500-ҙән ашыу майҙансыҡ ҡаралған, уларҙың паспорттары төҙөлгән.
Әлеге ваҡытта биләмәгә виртуаль тур ойоштороу мөмкинлеге булдырыла.