ИҠТИСАД
7 Февраль 2022, 05:25

Эшләйем тигән кешегә юл асыҡ!

Иләс ауылынан Радик Шәрипов башҡорт тоҡомло аттар үрсетергә теләй

Эшләйем тигән кешегә юл асыҡ!Эшләйем тигән кешегә юл асыҡ!
Эшләйем тигән кешегә юл асыҡ!

Ишле ғаилә башлығы Радик Шәрипов Иләс ауылында йәшәй.

Ул киләсәктә шәхси эшҡыуарлыҡ йүнәлешен башлап, уны үҫтереү өсөн  башҡорт тоҡомло аттар алырға,  район территорияһында  ҡымыҙ етештереү өсөн ҡоролмалар алып, баһадирҙар эсемлеген етештерергә теләй.

Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙам талап ителә. Шуға күрә ул район хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашты. Йәш кеше белдереүенсә,  был проектты тормошҡа ашырыу Иләс ауылында эш урындары булдырыуға ла булышлыҡ итәсәк.

Администрация Хайбуллинского района

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас