ИҠТИСАД
27 Ғинуар 2022, 05:54

Эшҡыуарҙарға льготалы кредит биреү ҡайтанан тергеҙелгән

..

Эшҡыуарҙарға льготалы кредит биреү ҡайтанан тергеҙелгәнЭшҡыуарҙарға льготалы кредит биреү ҡайтанан тергеҙелгән
Эшҡыуарҙарға льготалы кредит биреү ҡайтанан тергеҙелгән

Республиканың Финанстар министрлығы хәбәр итеүенсә, эпидемияға ҡаршы өҫтәлмә саралар йоғонтоһонда айырыуса зыян күреүсе тармаҡтар иҫәбенә ингән кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ваҡытлыса ярҙам итеү механизмы сиктәрендә маҡсатлы кредит биреү ҡайтанан тергеҙелгән.

 
 
Эшҡыуарҙарға льготалы кредит биреү ҡайтанан тергеҙелгән

Республиканың Финанстар министрлығы хәбәр итеүенсә, эпидемияға ҡаршы өҫтәлмә саралар йоғонтоһонда айырыуса зыян күреүсе тармаҡтар иҫәбенә ингән кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ваҡытлыса ярҙам итеү механизмы сиктәрендә маҡсатлы кредит биреү ҡайтанан тергеҙелгән. Башҡортостандың Финанстар министры Лира Иғтисамова билдәләүенсә, ваҡытлыса финанс ярҙам эшҡыуарҙарға хеҙмәткәрҙәр һанын һаҡлап алып ҡалырға һәм, пандемия менән бәйле тышҡы сәбәптәргә ҡарамаҫтан, үҙ бизнесын үҫтерергә булышлыҡ итәсәк. Ярҙам итеү сиктәрендә программала ҡатнашыусы банктар кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә 8,5 проценттан да артмаған кредит бирә ала. Рәсәй банкы мәғлүмәттәренә ярашлы, бындай ярҙам быйылғы йылдың 30 мартына тиклем күрһәтеләсәк.

Фото "Башинформ"дан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Автор:
Читайте нас