ИҠТИСАД
27 Января 2022, 17:42

2021 йыл йомғаҡтары

*

2021 йыл йомғаҡтары2021 йыл йомғаҡтары
2021 йыл йомғаҡтары
 

Эшҡыуарлыҡ буйынса координация советының "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматындағы ултырыштары Хәйбулла районында эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, шулай уҡ "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам итеү" милли проекты сиктәрендә күрһәткестәрҙе үтәүгә йүнәлтелгән. Уны аҙна һайын Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов уҙғара.

Ғәлимә Шәрипова тормош иптәше менән бергә 2017 йылдан бизнес өлкәһендә. Эшмәкәрлегенең төп төрҙәре - игенселек һәм төҙөлөш. Хужалыҡтың үҙенең техник автопаркы, гаражы һәм иген культураларын үҫтереү өсөн ҡуртымға алынған баҫыуы бар. Киләсәктә производствоны киңәйтеү өсөн бәләкәй техник үҙәк асыу планлаштырыла, ул ҡунаҡхананы, клиенттар зонаһы менән магазинды, автойыуыу урынын һәм йөк машиналарын ремонтлау өсөн боксты үҙ эсенә аласаҡ. Бының өсөн бинаға капиталь ремонт яһарға, ҡорамалдар һатып алырға, коммуникациялар үткәрергә кәрәк. Дәүләт ярҙамы алыу маҡсатында ғаилә сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡатнаша.

Осрашыу аҙағында Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов: "Был 2021 йылда һуңғы инвестиция сәғәте булды. Ултырыштарҙа 157 миллион һумдан ашыу суммаға йәмғеһе 48 проект ҡаралды. Райондың буласаҡ инвесторҙары менән осрашыуҙарыбыҙ киләһе йылда ла әүҙем дауам итер, тип ышанам» - тине.

 

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

фото:Хәйбулла районы хакимиәте.

2021 йыл йомғаҡтары
2021 йыл йомғаҡтары
2021 йыл йомғаҡтары
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас