

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Урал урманы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Производительность труда и поддержка занятости“) нигеҙендә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса пилот проекты тормошҡа ашырылған.
Алты ай дауамында предприятиела һаҡсыл етештереү алымдары индерелгән, ҡайһы бер етешһеҙлектәр бөтөрөлгән. Ҙур форматлы фанерҙы үҙағастың бер нисә ҡатламын елем менән йәбештереп яһайҙар.
– Производствола ҙур форматлы фанер етештереү планын үтәүҙә етешһеҙлектәр, шулай уҡ ҡорамалдарҙың тулы ҡеүәтенә эшләмәүе теркәлгәйне. Бынан тыш, әҙер продукцияны ташыуҙа ла өҙөклөктәр булған. Башҡортостандың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар үҙәге эксперттары ярҙамында предприятиела “нескә урындар”ҙы асыҡлағандар һәм, һаҡсыл технологияларҙы ҡулланып, эш һөҙөмтәлелеген күтәргәндәр. Һөҙөмтәлә продукция етештереү ваҡыты 16 процентҡа кәмегән, – тине республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Уның әйтеүенсә, тамамланмаған етештереү күләмдәре ике тапҡырҙан ашыуға кәмегән, ә етештереү 10 процентҡа артҡан.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: economy.bashkortostan.ru/presscenter/news/424244