

Нур Күсәрбаев 2017 йылдан алып башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнә.
Киләсәктә, шәхси эшҡыуарлыҡ эшен асыу һәм үҫтереү маҡсатында, башҡорт тоҡомло һауын бейәләре һәм ауыл хужалығы техникалары алырға планлаштыра.
Был ниәтте тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙам кәрәк. Шәхси эшҡыуарлыҡты асыуға һәм үҫтереүгә “Агростартап” программаһы буйынса субсидия алыу маҡсаты менән Нур Күсәрбаев “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында үткән эшҡыуарлыҡ буйынса координацион советтың сираттағы ултырышында ҡатнашты.
Сираттағы ултырыш онлайн форматта үтте. Унда ҡатнашыусыларға тәҡдим ителгән инвестиция проекты буйынса дәүләт ярҙамы күрһәтеү варианттарын ҡарарға ҡушылды.