ИҠТИСАД
19 Ғинуар 2022, 08:45

Ер эшселәре яҙғы сәсеүгә әҙерләнә

Хәйбулла районында быйыл 212 берәмек трактор, 36 йөк автомобиле, 64 урып-йыйыу комбайны ремонтланасаҡ.

Ер эшселәре яҙғы сәсеүгә әҙерләнәЕр эшселәре яҙғы сәсеүгә әҙерләнә
Ер эшселәре яҙғы сәсеүгә әҙерләнә

Төбәк аграрийҙарына ҡыш көнө лә тик ултырырға ваҡыт юҡ. Улар әле үк яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек башлаған: техника-агрегаттарҙы ремонтлау бара, яғыулыҡ-майлау материалдары яйлап туплана.

Хәйбулла районының ауыл хужалығы идаралығы белдереүенсә, быйыл 212 берәмек трактор, 36 йөк автомобиле, 64 урып-йыйыу комбайны ремонтланасаҡ. Яҙғы сәсеүгә техниканы әҙерләү һәм уны ремонтлау эшен контролдә тотоу маҡсатында районда штаб булдырылған. Әле 127 берәмек трактор, ете йөк машинаһы ремонтланған. Бигерәк тә Сергей Лоскутов, Илдар Иҫәнгилдин, Илһам Үлйәбаевтарҙың крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында техниканы яҙғылыҡҡа әҙерләү өсөн механизаторға бар уңайлыҡтар тыуҙырылған.

Әйткәндәй, Хәйбулла районы фермерҙары йыл һайын тиерлек техника паркын яңыртып тора. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә атҡарыла. 

 

 

 

Автор:Карима Усманова

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ер эшселәре яҙғы сәсеүгә әҙерләнә
Ер эшселәре яҙғы сәсеүгә әҙерләнә
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас