

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә ҙур иғтибар бүленә. Хакимиәттәрҙә аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү – быға аныҡ дәлил.
Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә был юлы йәш эшҡыуар Айнур Бүләков тимерселек буйынса үҙ проектын тәҡдим итте. Ул тимерҙән төрлө әйберҙәр эшләй, уны социаль селтәргә ҡуйып, клиенттарға тәҡдим итә. "Һыуыҡ сүкеү" - уның төп шөғөлө. Эшҡыуарҙың ҙур булмаған оҫтаханаһы, үҙе ҡулдан эшләп алған станоктары һәм электр ҡорамалдары бар. Артабан тимерселек эшен йәйелдереү маҡсатында Айнур Бүләков ярҙам итеүҙәрен һорай. Ул киләсәктә автомобилдәргә прицептар эшләүгә тотонмаҡсы. Бының өсөн бина һәм "һыуыҡ сүкеү" (холодная ковка) ҡорамалдары талап ителә. Ошо һорауҙар менән йәш эшҡыуар "Инвестсәғәт"тә ҡатнашырға килгән.
Йәш эшҡыуарҙың инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу маҡсатында ярҙам итергә тәҡдим ителде.
Фото: Хәйбулла район хакимиәте сайтынан.
автор:Карима Усманова.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-12-27/timerse-ulynda-timer-b-g-l-2636049