ИҠТИСАД
9 Ғинуар 2022, 09:01

Бер йылда 48 проект ҡаралған

Хәйбулла районында үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә йыл буйына бөтәһе 48 проект тәҡдим ителгән, уларҙың дөйөм хаҡы 157 миллион һум тәшкил иткән

Бер йылда 48 проект ҡаралғанБер йылда 48 проект ҡаралған
Бер йылда 48 проект ҡаралған

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә ҙур иғтибар бүленә. Хакимиәттәрҙә аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү – быға аныҡ дәлил.

Ошо көндәрҙә Хәйбулла районында һуңғы "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" үткән һәм был турала район башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙа.

"Быйылғы йылда һуңғы "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"н үткәрҙек. Унда Ғәлимә Шәрипова үҙенең проектын тәҡдим итте. Ул ире менән эшҡыуарлыҡ өлкәһендә 2017 йылдан. Хужалыҡтарында үҙҙәренең техника паркы, гараж һәм ҡуртымға алынған сәсеү майҙандары бар. Киләсәктә үҙ эштәрен йәйелдереп, бәләкәй техник үҙәк асырға уйлайҙар. Уның эсендә ҡунаҡхана, магазин, автомобилдәрҙе йыуыу һәм йөк машиналарын ремонтлау боксы буласаҡ. Был эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн йүнселдәргә бинаны капиталь ремонтлау, тейешле ҡорамалдар һатып алыу, коммуникациялар үткәреү талап ителә.

Быйыл районда үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә йыл буйына бөтәһе 48 проект тәҡдим ителгән, уларҙың дөйөм хаҡы 157 миллион һум тәшкил иткән.

 

 

 

Фото: Хәйбулла район хакимиәте сайтынан.

 
Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-12-30/ber-yylda-48-proekt-aral-an-2640059
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас