

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексындағы бәләкәй хужалыҡ итеү формаларына дәүләт ярҙамы 2019 - 2021 йылдарҙа 2 миллиард 271 миллион һум тәшкил итте.
Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы тормошҡа ашырыла.
Республикала был сумманың өстән бер өлөшө – 821 миллион һум – милли проекттың “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау” төбәк проектына йүнәлтелгән.
“Ошо төбәк проектын өс йыл тормошҡа ашырыу барышында республикала 232 яңы фермер хужалығы барлыҡҡа килде, – ти республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Ауыл ерендәге бәләкәй бизнес вәкилдәренә 10,1 мең консультация үткәрелгән, 5,7 мең кеше ҡулланыусылар кооперацияһына йәлеп ителгән, 77 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы 143 миллион һум субсидия алды”.
Төбәк проектынан тыш, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы “Башланғыс фермер”, “Ғаилә фермалары”, “Агропрогресс” грант программаларына ярашлы ла күрһәтелгән.
Фото: bashintorm.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан