ИҠТИСАД
9 Ғинуар 2022, 09:00

"Ҡалмыҡ" тоҡомло һыйыр нимәһе менән яҡшы?

"Быйыл тик мал көсө менән ҡулланылған булһа ла "Енисей" комбайны һатып алдым", - ти Марат Булатов.

"Ҡалмыҡ" тоҡомло һыйыр нимәһе менән яҡшы?"Ҡалмыҡ" тоҡомло һыйыр нимәһе менән яҡшы?
"Ҡалмыҡ" тоҡомло һыйыр нимәһе менән яҡшы?

Малсылыҡ тармағы эшҡыуарҙары өсөн иң ауыр осор башланды. Улар мал ҡышлатыуҙы имен-һау үткәрергә ниәтләй. Йылдың ҡоро килеүе был тәңгәлдә эштәрҙе бер аҙ тотҡарлаһа ла, тырыш фермерҙар мал аҙығын тейешенсә туплай алды. Республика етәкселеге лә "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") ярашлы ҙур ярҙам күрһәтә.

Хәйбулла районының "Уфимский+" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Марат Булатов белдереүенсә, әле мал ҡышлатыу осоро яҡшы бара. Йыл ауыр булыуға ҡарамаҫтан, хужалыҡ мал һанын һаҡлап алып ҡалған.

- Хужалыҡта 140 баш һыйыр малы иҫәпләнә. Йәйҙең ҡоро килеүе сәбәпле, тейешле мал аҙығы һәм фураж туплап булманы. Шуға күрә ҡыштың ҡаты килеүен күҙаллап, ҡарт һыйырҙарҙы тотоноп, уларҙың урынына 23 баш тана ҡалдырҙыҡ. Малсылыҡ тармағы, әлбиттә табышлы. Быйыл тик мал көсө менән ҡулланылған булһа ла "Енисей" комбайны һатып алдым, уңыш йыйыу миҙгелен бер ниндәй ремонтһыҙ сыҡты. Бынан бер нисә йыл элек "ҡалмыҡ" тоҡомло малдар һатып алғайным, әле уларҙы арттырыу буйынса маҡсатлы эш бара. Был тоҡомға ҡараған һыйырҙар беҙҙең төбәктәге климатты үҙ итә. Ҡышҡы һыуыҡтарға ла, эҫе һәм ҡоро йәйгә лә түҙемлеләр. Тик улар ит тоҡомло, шуға күрә уларҙы һаумайбыҙ, итләтә тотоноу өсөн үҫтерәбеҙ, -ти Марат Булатов.

Эшҡыуарға шулай уҡ улдары Руслан һәм Радик та ярҙам итә. Ҡатыны Земфира Шәрифйән ҡыҙы ла - уң ҡулы.

 

 

 

 

Фото һәм сығанаҡ: Ринат Иманғолов.

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-12-22/almy-to-omlo-yyyr-nim-e-men-n-ya-shy-2630100
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас