ИҠТИСАД
6 Ғинуар 2022, 06:35

«Ярҙам итергә әҙербеҙ»

–ти райондың бизнес-шерифы Наил Байғусҡаров

«Ярҙам итергә әҙербеҙ»«Ярҙам итергә әҙербеҙ»
«Ярҙам итергә әҙербеҙ»

Бизнес-шерифтар институты 2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылғайны. Улар муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтарының урынбаҫары кимәлендәге статус биләй.

Сер түгел – райондың иҡтисади үҫеше эшҡыуарҙар, инвесторҙар һанының артыуына, уларҙың тотороҡло эшмәкәрлегенә бәйле. Коронавирус инфекцияһы пандемияһы шарттарында барлыҡҡа килгән донъялағы иҡтисади көрсөк айырыуса бәләкәй һәм урта бизнесҡа кире йоғонто яһаны. Ниндәй генә ҡатмарлы осор булмаһын, эшҡыуарлыҡты үҫтереү, инвестицияларҙы йәлеп итеү һәр ваҡыт актуаль булып ҡала. Ошоға бәйле һорауҙар буйынса, 2021 йылғы һөҙөмтәләрҙе барлап, Хәйбулла районының бизнес-шерифы Наил Байғусҡаров менән әңгәмәләштек.

–Наил Рафаил улы, ошо вазифағыҙ менән таныштырығыҙ...

–2021 йылдың башында райондың бизнес-шерифы итеп тәғәйенләндем. Төп бурыстарым – эшҡыуарҙар һәм инвесторҙар менән хеҙмәттәшлек итеү һәм уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау, районда бизнесты алып барыу шарттарын яҡшыртыу, ғәмәлдәге бөтә ярҙам саралары менән ҡулланыу мөмкинлеген булдырыу, төбәк һәм муниципаль власть органдары, эшҡыуарлыҡты яҡлау институттары араһында сифатлы һәм күп яҡлы хеҙмәттәшлек ойоштороу. Бынан башҡа эшҡыуарлыҡты субсидиялау, грант ярҙамы конкурстары буйынса мәғлүмәт еткерәбеҙ. Шулай уҡ “социаль эшҡыуарлыҡ”, “йыл эшҡыуары” бәйгеләренән тыш, айырым һөнәр эйәләре (ашнаҡсы, ойошма етәксеһе һәм башҡалар) араһында иң яҡшыларын билдәләү буйынса бәйгеләр  уҙғарабыҙ. Был конкурстар ҡатнашыусыларға үҫеште тәьмин итеү өсөн финанс ярҙамын алыуға, тәжрибә тупларға, үҙ-ара хеҙмәттәшлек булдырыуға булышлыҡ итә.

–Район хакимиәтендә үткәрелгән “эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы кәңәшмәләрҙә нимәгә өҫтөнлөк бирелә?

–Һәр кесаҙна төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү, уларға уңайлы инвестиция мөхите булдырыу, эшҡыуарлыҡ өсөн отошло шарттар тәҡдим итеү маҡсатында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәрелә. Коронавирус инфекцияһы таралыуына бәйле, әлегә район хакимиәте башлығы ҡатнашлығында бындай форматтағы осрашыуҙар аҙна һайын онлайн рәүештә уҙа. Әйткәндәй, был башҡа яҡтарҙан район биләмәһендә бизнесын асыуға теләүселәрҙе ҡабул итергә лә мөмкинлек бирә. Миҫал өсөн, ошо арала Татарстандан эшҡыуар үҙ проектын тәҡдим итте. Быйыл район хакимиәтендә уҙғарылған  “эшҡыуарлыҡ сәғәттәрендә” 90 проект ҡаралған, шуларҙың 16-һы бойомға ашырылған. Ғөмүмән, “эшҡыуарлыҡ сәғәтендә” тәжрибәле бизнесмендарҙан тыш, яңы ғына эш башлаусылар үҙ проекты йәки ниндәйҙер проблеманы хәл итеү тәҡдиме менән сығыш яһай ала. Йыш ҡына финанс, инфраструктура (юлдар, электрлыҡ, һыу үткәреү һәм башҡалар), бина, ер мәсьәләләре менән мөрәжәғәт итәләр. Осрашыуҙарҙың төп маҡсаты – хакимиәт органдарының бизнес менән диалогҡа асыҡ булыуын тәьмин итеү, административ кәртәләрҙе бөтөрөү, проблемаларҙы хәл итеү буйынса кәңәш биреү. Улар башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү буйынса “берҙәм тәҙрә” булып тора.

–Хәйбулла йүнселдәре башлыса ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итә?

–Күптәре субсидиялау программалары, ерҙе рәсмиләштереү, юридик мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары менән ҡыҙыҡһына. Ойоштороу формаһын һайлау буйынса ла йыш ҡына һорауҙар килә. Әйтергә кәрәк, республикала туризм, сәнәғәт, урман хужалығы һәм башҡа тармаҡтарҙа бизнесҡа ярҙам итеү программалары эшләй. Мәҫәлән, ауыл хужалығында – «Агростартап», «Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү», кооперативтарҙың матди-техник базаһын үҫтереү, «Агропрогресс», «Агротуризм» һәм башҡалар. Республиканың Туризм буйынса дәүләт комитетының программаһы буйынса эшҡыуарҙарҙың глэмпинг, ҡунаҡхана сервисын үҫтереү, туристик маршруттарын ойоштороу проекттарын бойомға ашырыуға талап ителгән сығымдарҙың яртыһына тиклем ҡаплау ҡаралған.  Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм муниципаль программалары буйынса, әгәр ауылда халыҡ һаны 500 кешенән артмаһа, унда сауҙа пунктын булдырыу буйынса булышлыҡ күрһәтелә. Ә халҡы 500 кешенән күберәк булған тораҡ пункттарҙа эшләгән сауҙа нөктәләре хужалары өсөн төрлө ярҙам саралары бар: арендаға, инфраструктура үткәреүгә, ҡорамалдар һатып алыуға киткән сығымдарҙың яртыһына хәтлем ҡапларға мөмкин.

–Юл буйы сервисын үҫтереү буйынса ярҙам саралары бармы?

–Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы  юл буйы сервисы – заправкалау станциялары, кафелар, глэмпингтар, автосервистар, автомобиль йыуыу проекттарына булышлыҡ күрһәтә. Был осраҡта инфраструктура булдырыу өсөн – электрлыҡ, юл, һыу, газ үткәреүгә тотонолған сығымдарҙың 50 процентына тиклем субсидиялана. Беҙҙең районда юл буйы сервисы үҫтереү буйынса 14 урын билдәләнгән, шуларҙың өсәүһе әлеге ваҡытта эшләйҙәр. Әгәр кемдер был тармаҡта бизнес асырға теләһә – улар өсөн айырым участкалар бүленәсәк. Ошо арала Йәнтеш ауылында заправка һәм магазин төҙөү проекты ҡаралды, киләһе йылда уны ғәмәлгә ашырыу планлаштырыла.

–Районда ҡайһы перпективалы тармаҡтар үҫеш талап итә?

–Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү һәм етештереү тармағы ла перпективалы һәм район өсөн мөһим булып ҡала. Миҫал өсөн, әлегә һөт ризыҡтарын, ит полуфабрикаттарын етештереүселәр юҡ. Икмәкханалар бар, әммә уларға эре сауҙа селтәрҙәренә сығыу өсөн ассортиментты байытырға, даими рәүештә ҙур күләмдә етештерергә кәрәк. Иген һәм май бирә торған культураларын эшкәртеү, малсылыҡ, ҡошсолоҡ, йәшелсәселек, баҡсасылыҡ, орлоҡсолоҡ, балыҡ үрсетеү, төҙөлөш материалдарын (кирбес, шлакоблок) етештереү тармаҡтарын үҫтереү мөһим. Махсуслашҡан төҙөлөш ойошмалары юҡ. Туризм өлкәһенең дә ҙур үҫеш потенциалы бар. Аҡъярҙа ике коворкинг үҙәктәренең асылыуы хеҙмәттәр күрһәтеү тармағы үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Көнкүреш коворкинг үҙәгендә бөҙрәханалар, матурлыҡ салондары, кейем тегеү, аяҡ кейемен йүнәтеү, көнкүреш һәм компьютер техникаһын ремонтлау һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтелеү планлаштырыла. Ә һөнәрселек коворкинг үҙәгендә ағас әйберҙәрен яһау оҫталары, халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнеүселәр һәм башҡаларҙың эшләүе күҙаллана.

–Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.

 

Һандар телендә:

2021 йылға ҡарата Хәйбулла районында 545 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, шул иҫәптән 9 кесе предприятие, 68 микропредприятие, 272 шәхси эшҡыуар, 196 крәҫтиән фермер хужалығы һәм шулай уҡ 424 үҙмәшғүл теркәлгән. Был өлкәлә 1657 кеше эшләй.

 

Белешмә:

Хәйбулла районы бизнес-шерифы Наил Байғусҡаров менән бәйләнешкә инеү өсөн 8(34758)2-26-19, 8-937-320-30-40 телефондары буйынса шылтыратырға йәки муниципаль район хакимиәтенең иҡтисад һәм инвестиция эшмәкәрлеге бүлегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас