

Аҡъяр ауылындағы коворкинг үҙәктәр көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү һәм һөнәри-оҫталыҡ йүнәлештәрендә эшләй.
Үҙәктәрҙе асыуға “2019-2024 йылдарҙа Хәйбулла районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау” муниципаль программаһы сиктәрендә аҡса бүленде.
Үҙәктең тормош-көнкүреш йүнәлешен шәхси эшҡыуар Лилиә Биксимбетова асты. Бында бөҙрәхана, тырнаҡ эшләтеү, кейем ремонтлау һәм тегеү, асҡыс эшләтеү, аяҡ кейемдәрен йүнәтеү, компьютер һәм тормош-көнкүреш техникаларын ремонтлау хеҙмәте күрһәтелә.
Бынан тыш оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, уҡытыу урындары ла булдырыла. Ял бүлмәһен асыу ҙа ҡаралған.
Һөнәри-оҫталыҡ йүнәлештәрен Рәмил Билалов етәкләй. Был үҙәктә балта оҫталары, ағас эшкәртеүселәр, халыҡ кәсептәре оҫталары урын алған.