ИҠТИСАД
29 Декабрь 2021, 14:40

Яңы йыл байрамдарында Рәсәй почтаһы нисек эшләй?

*

Яңы йыл байрамдарында Рәсәй почтаһы нисек эшләй?Яңы йыл байрамдарында Рәсәй почтаһы нисек эшләй?
Яңы йыл байрамдарында Рәсәй почтаһы нисек эшләй?

Башҡортостанда Рәсәй почтаһының бөтә бүлексәләре яңы йыл байрамдарында махсус график буйынса эшләй. Башҡортостан Республикаһы Федераль почта хеҙмәте идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 31 декабрҙә почта хеҙмәте йәкшәмбе графигы буйынса эшләй, шуға күрә хаттарҙы һәм посылкаларҙы 2022 йылға тиклем үк ебәреп өлгөрөргә мөмкин.

1, 2 һәм 7 ғинуар бөтә бүлексәләр өсөн дә – ял көндәре. Был көндәрҙә почтальондар почта аша ебәрелгән әйберҙәрҙе һәм матбуғат баҫмаларын таратмай. Пенсия һәм пособиеларҙы Рәсәй Пенсия фондының республика бүлексәһе менән килешелгән график буйынса тарата. 3, 4, 5, 6, 8 һәм 9 ғинуарҙа барлыҡ почта бүлексәләре ғәҙәти график буйынса эшләй.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2021-12-28/ya-y-yyl-bayramdarynda-bash-ortostanda-r-s-y-pochta-y-nisek-eshl-y-2637262

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас