

2022 йылдан Үҙәк банк кредит ойошмаларынан физик берәмектәр араһында аҡса күсереү буйынса мәғлүмәттәрҙе һорай башлай. Үҙәк банк банктарға иҫәп-хисаптың яңы формаһын ебәргән дә инде, унда p2p-транзакциялар тураһында мәғлүмәтте күрһәтеү талап ителә. Шулай уҡ уларға аҡса ебәреүселәрҙең һәм алыусыларҙың шәхси мәғлүмәттәрен дә күрһәтергә кәрәк.
Үҙәк банк вәкилдәре аңлатыуынса, депозит иҫәпкә, кредиттарҙы ҡаплау өсөн иҫәпкә, брокер йәки инвестиция иҫәптәренә, кредит ойошмаларының хеҙмәтләндереү өсөн комиссияларына, шулай уҡ юридик берәмектәр һәм шәхси эшҡыуарҙар файҙаһына күсереү p2p-транзакцияларға инмәй.
Һорауҙар ошо осорҙағы аҡса күсереүҙәр буйынса формалаштырыла. Айырым осраҡтарҙа Үҙәк банк айырым операциялар буйынса мәғлүмәттәрҙе һорай ала.
Рәсәй банкында белдереүҙәренсә, яңы иҫәп-хисап формаһы банк биргән мәғлүмәттәрҙе оптималләштереү һәм түләү хеҙмәттәре тураһында актуаль мәғлүмәт алыу өсөн кәрәк. Шулай уҡ Үҙәк банкта был яңылыҡ законһыҙ онлайн-казино, криптовалюта алмаштырыусылар, финанс пирамидаларын ойоштороусылар, форекс-дилерҙар һәм шәхси карталарға түләү ҡабул иткән бизнес менән көрәшергә мөмкинлек бирер тип иҫәп тоталар.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар