ИҠТИСАД
26 Декабрь 2021, 05:20

Малдарға һыуыҡ ҡыш ҡурҡыныс түгел

Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәренә мал аҙығы һатып алыу өсөн 430 миллион һумдан ашыу субсидия түләнгән.  

Малдарға һыуыҡ ҡыш ҡурҡыныс түгелМалдарға һыуыҡ ҡыш ҡурҡыныс түгел
Малдарға һыуыҡ ҡыш ҡурҡыныс түгел

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы һыйыр малына аҙыҡ һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн тармаҡ етештереүселәренә аҡса күсерҙе.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте бойороғона ярашлы, был маҡсатта төбәккә 434 миллиондан ашыу һум бүленгән, илдең бөтә төбәктәре араһында ярҙам күләме буйынса беҙҙең республика өсөнсө урында тора.

"Башҡортостан — һөтсөлөк төбәге. Бөгөн һатыу өсөн 750 мең тоннанан ашыу һөт етештерәбеҙ, алдағы йылдарҙа был һандарҙы арттырырға ниәтләйбеҙ. Маҡсатҡа өлгәшеүҙә сифатлы аҙыҡ йыйыу мөһим факторҙарҙың береһе булып тора", — ти Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәйге ҡоролоҡ сәбәпле 2021 йыл аграрийҙар өсөн ауыр булды, ҡайһы бер хужалыҡтар ҡышлауға етерлек күләмдә мал аҙығы әҙерләй алманы, күптәргә ҡатнаш аҙыҡ һатып алырға тура килде. Федераль бюджеттан бүленгән субсидия ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә хужалыҡ иҡтисадын һаҡларға, малдың һанын кәметмәй, хатта арттырырға ярҙам итәсәк.

Субсидия республиканың 217 хужалығына тапшырылған. Бөтәһе 105,3 мең тонна ҡатнаш аҙыҡ, бесән, сенаж, силос һәм башҡа аҙыҡ алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшө аграрийҙарға ҡайтарыласаҡ.

Быйыл республикала ике миллион тоннанан ашыу бесән, 990 мең тонна сенаж, 812 мең тонна силос, 937 мең тонна һалам, 122 мең тонна тамыр аҙыҡтары йыйып алынды.

Шулай итеп, хужалыҡтарҙың бөтә категорияларында ла шартлы мал аҙығы берәмеге мал башына 18,5 центнер тәшкил иткән.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы башҡарылған Рәсәй Хөкүмәте ҡарары күпселек ауыл хужалығы тауарҙары етештергән предприятиеларға йылды юғалтыуһыҙ тамамларға мөмкинлек бирәсәк.

 

 

 

 

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайты.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Лилия Нуретдинова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-12-25/maldar-a-yuy-ysh-ur-ynys-t-gel-2634882
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас