

Рәсәй Президенты Владимир Путин быйыл төҙөлөш өлкәһендә өлгәшелгән рекордлы күрһәткестәр хаҡында белдерҙе.
«Төҙөлөштә рекордлы күрһәткестәр - 90 миллион квадрат метр. Тәүгә бындай һөҙөмтәгә Рәсәйҙең яңы тарихында өлгәшелде. Ошондай һөҙөмтә менән төҙөлөш комплексының барлыҡ хеҙмәткәрҙәрен ҡотлайым», - тип белдерҙе дәүләт башлығы.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, быйыл 11 айҙа Башҡортостанда дөйөм майҙаны 2,653 миллион квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән 34,8 мең фатир сафҡа индерелгән. Төбәктә һәр мең кешегә 659 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.
фото:Башинформ.