

Әлеге ваҡытта ил Президенты Владимир Путин тура эфирҙа йыллыҡ матбуғат конференцияһы үткәрә. Ғәҙәттәгесә, унан илебеҙҙең эске һәм тышҡы сәйәсәте, төбәктәр проблемалары хаҡында һәм шәхси һорауҙар бирәләр.
Бөйөк Новгородтан хәбәрсе ҡала мөхите тураһында һораны. “Мәскәү менән Санкт-Петербургтан тыш, йәшәр өсөн ниндәй ҡаланы һайлар инегеҙ?” - тип һораны ул.
– Беҙҙә кешеләр рәхәтләнеп йәшәр өсөн матур, лайыҡлы урындар күп. Мәскәү менән Петербургты Рәсәй ҡалалары исемлегенән төшөрөп ҡалдырмағыҙ инде. Әлеге ваҡытта бәләкәй ҡалалар ҙа әүҙем үҫешә, тик уларға үҫеште тиҙләтергә кәрәк. Өҫтөнлөктө инфраструктураны үҫтереүгә бирергә. Был - үҫеш драйверҙарының береһе. Урынға бәйлелектән дә күп нимә тора. Уңайлы мөхиттә йәшәргә була, тик халыҡтың мобиллеген дә һаҡларға кәрәк. Петербург, Ҡырым, Рәсәйҙең көньяғы һәйбәт үҫешә. Көнсығыш полигон да үҫешә. Мәскәү, Ҡазандан Төмәнгә тиклем – был яҡтарҙа юл инфраструктураһы алда бара. Быларҙың барыһы ла бик кәрәк, – тине Владимир Путин.
Ә беҙ, алдан иҫкәрткәнсә, Башҡортостан журналистарының сығышын көтәбеҙ. Улар 2024 йылда билдәләнәсәк Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына бәйле һорау бирергә йыйына.
Фото: bloknot.ru