

Мәскәү - Санкт-Петербург юғары тиҙлекле магистрален асыуҙы ошо ҡалалар араһындағы авиабәйләнеш мәғәнәһеҙ итәсәк, шуға күрә проектты иҡтисади күҙлектән баһаларға кәрәк. Рәсәй президенты Владимир Путин матбуғат конференцияһында ошо хаҡта белдерҙе.
"Әммә ошо "арҡаһында" Мәскәү - Петербург араһында авиация эшләүҙән туҡтай. Был һис шикһеҙ шулай, сөнки Мәскәү үҙәгенән Петербург үҙәгенә - унда нисә сәғәт була? Әле Мәскәүҙә генә аэропортҡа барып етеү өсөн бер ярым сәғәт кәрәк була. Шуға күрә был авиация мәғәнәһеҙгә әүерелә ", - тине ул, юғары тиҙлекле магистралде сафҡа индереү мөмкинлеге тураһында һорауға яуап биреп.
Путин һүҙҙәренсә, проект иҡтисады халыҡ-ара тәжрибәгә нигеҙләнеп иҫәпләнергә тейеш. "Башҡа илдәрҙәге юғары тиҙлекле магистралдәрҙең нисек үҫешеүен тикшерергә кәрәк. Әйтәйек, тимер юл транспортының ошондай элемтә системалары байтаҡ, әлегә тиклем барыһы Ҡытай өсөн дә файҙаһыҙ ине - 1,5 миллиардлы халыҡ йәшәгән ил икәнлеген күҙ уңында тотам. Иҡтисад - уны иҫәпләргә кәрәк", - тип билдәләне дәүләт башлығы.
Фото:http://kremlin.ru/