ИҠТИСАД
23 Декабрь 2021, 10:44

Иҡтисадтың хәле нисек?

-

Иҡтисадтың хәле нисек?Иҡтисадтың хәле нисек?
Иҡтисадтың хәле нисек?

Пандемияға ҡарамайынса, Рәсәй күп күрһәткестәр буйынса яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. 

Әлеге ваҡытта мөһим сәйәси ваҡиға – ил Президенты Владимир Путиндың йыллыҡ матбуғат конференцияһы бара. Владимир Владимирович инеш һүҙ әйтеп торманы, шунда уҡ һорауҙарға яуап биреүҙән башланы.

Беренсе һорауҙы “Интерфакс” агентлығы етәксеһе Вячеслав Терехов бирҙе. Һорау традицион ине – коронавирус менән көрәш. “Иҡтисади көрсөктән нисек сығырға? Иҡтисад уңышлы үҫешһен өсөн халыҡтың тулы вакцинацияһы кәрәкме? Хөкүмәт һәм Үҙәк банктың эшмәкәрлеген нисек баһалайһығыҙ?” – тип һораны ул.

– Һеҙ биргән бөтә һорауҙарға ла яуап бирһәм, матбуғат конференцияһын тамамларға ла була, - тип шаяртты Владимир Путин. – Беҙҙең иҡтисад коронавирус саҡырыуҙары менән бәрелешкәс, берҙәмерәк һәм төрлө көтөлмәгәнлектәргә әҙерерәк булып сыҡты.

Президент белдереүенсә, иҡтисадтың түбәнәйеүе өс процент тәшкил иткән, был донъяның бик күп алдынғы илдәренә ҡарағанда әҙерәк, беҙ башҡаларға ҡарағанда тиҙерәк аяҡҡа ла баҫтыҡ. Иҡтисад һөҙөмтәләре Рәсәй өсөн бик ҙур экспорт ҡеүәте булдыра.

Шулай уҡ дәүләт башлығы төҙөлөштәге уңыштарҙы билдәләне. Бер йыл эсендә 90 миллион квадрат метр төҙөлгән, был - рекорд. Инфляцияға килгәндә, уның кимәле 8 процент булыр тип көтөлә. Эшһеҙлеккә килгәндә, властар пандемияға тиклемге кимәлде тергеҙең бурысын ҡуйған. Ә беҙҙә ул тағы ла түбәнерәк булды. Халыҡтың реаль килеме йыл аҙағына 3,5 процентҡа тиклем үҫер, ти белгестәр.

Иҡтисадтың пандемиянан зыян күргән тармаҡтарына ярҙам иткән саҡта барыһы ла эш урындарын һаҡлау һәм кешеләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелә, ти Президент.

– Рәсәйҙең бюджеты – социаль йүнәлешле. Киләһе йылда социаль кәрәк-яраҡ өсөн бөтә кимәл бюджеттарҙан 4 триллион һум аҡса тотоноу күҙаллана. Ул күберәк тә буласаҡ, – тине Владимир Путин.

Фото: kuban.mk.ru

Автор:Альфия Мингалиева.
Автор:
Читайте нас