

Үткән аҙна республикала бик мөһим сара – “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы” үтте. Уға йомғаҡтарҙы бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов яһаны.
Сараның эшлекле программаһы бик бай булды, ул бер нисә тематик көндәргә бүленде. Дүрт көн эсендә сарала 1700 самаһы кеше, ун ил вәкиле ҡатнашҡан. Форумдың эшлекле программаһында 198 спикер сығыш яһаған.
Сараның төп ҡунаҡтары Ҡаҙағстандан, Беларустан килгән ҙур делегациялар булды. Шулай уҡ Төркиә, Тажикстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытайҙан вәкилдәр ҡатнашты. Бынан тыш Рәсәй экспорт үҙәге генераль директоры Вероника Никишина, “МСП” Корпорацияһы генераль директоры, “Ростех” дәүләт корпорацияһы етәкселәре һәм башҡалар килде.
– Саралар һаны һәм һөҙөмтәлелеге буйынса быйылғы форум былтырғыһынан байыраҡ булды. Төп программа сиктәрендә 40 сара үтте, дөйөм суммаһы 100 миллиардтан ашыуыраҡ булған килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды, – тине Рөстәм Моратов.
Шулай уҡ 100-сө, юбилей Инвестиция сәғәте ултырышы үтте. Дөйөм алғанда, был ултырыштарҙа 830 миллиард һумлыҡ 400 инвестиция проекты ҡаралған һәм улар һөҙөмтәһендә 66 мең эш урыны булдырыу күҙаллана.
Форумдың бер көнө тулыһынса тиерлек Башҡортостан менән Ҡаҙағстандың хеҙмәттәшлегенә арналды. Беҙгә Ҡаҙағстан республикаһы Премьер-министры Аскар Мамин етәкселегендә ҙур делегация килде. Был осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе булып ҡул ҡуйылған һигеҙ килешеү тора.
Радий Хәбиров сараны ойоштороуҙо һәм уның йомғаҡтарын юғары баһаланы. Ҡаҙағстан һәм Беларусь Республикалары менән артабан да эш дауам итәсәк, был тәңгәлдә мөмкинлектәр бик ҙур һәм уларҙы ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк тине.
Фото: bash.news