ИҠТИСАД
19 Декабрь 2021, 13:28

Предприятиелар килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ҡаҙағстандың Башҡортостанға рәсми сәфәр менән килгән делегацияһын етәкләгән Премьер-министры Аскар Мамин ҡатнашлығында ике республиканың предприятиелары хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы.   

Предприятиелар килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙыПредприятиелар килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы
Предприятиелар килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы

Өфөләге “Торатау” Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ҡаҙағстандың Башҡортостанға рәсми сәфәр менән килгән делегацияһын етәкләген Премьер-министры Аскар Мамин ҡатнашлығында ике республиканың предприятиелары хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы. Сара “Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы-2021” форумы сиктәрендә үткәрелде.

"Башҡортостан сода компанияһы"ның  генераль директоры Эдуард Давыдов менән "Каустик" йәмғиәтенең идара рәйесе Ермек Токмагамбетов “Павлодар” махсус иҡтисади зонаһында (Ҡаҙағстан) химик кластер ойоштороу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостандың "ОргНефтеГаз" ғилми-етештереү берекмәһенең генераль директоры Владислав Жданов һәм Ҡаҙағстандың “Qazaq National Product” компанияһының идара ағзаһы Адиль Упабеков нефть һәм газ тармағы предприятиеларына инженер хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостандың Индустрияны үҫтереү үҙәге директоры Илнур Мөхәмәтйәнов менән Ҡаҙағстандың Стандартлаштырыу һәм метрология институты директоры Ғәбит Мухамбетов “Хәләл” продукцияһын сертификациялау тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

“Хәләл” продукцияһын сертификациялау һәм танытыу буйынса хеҙмәттәшлеккә шулай уҡ Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов менән Ҡаҙағстандың Хәләл индустрия ассоциацияһы рәйесе Марат Сарсенбаев ҡул ҡуйҙылар.

Тағы ла ике документ аҙыҡ-түлек буйынса хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тота. Башҡортостандың "Байрам" сауҙа селтәре менән Ҡаҙағстандың  "Адал-Ас Trade" компанияһы аҙыҡ ташыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

 

 

 

 

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2021-12-19/predpriyatielar-kileshe-rg-ul-uy-y-2626408
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас