ИҠТИСАД
19 Декабрь 2021, 13:30

Ишектәр бер-береһенә асыла

 “Торатау” Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Ҡаҙағстандың Премьер-министры Аскар Мамин ике республиканың иҡтисади хеҙмәттәшлегенә арналған бизнес-диалогта ҡатнашты. 

Ишектәр бер-береһенә асылаИшектәр бер-береһенә асыла
Ишектәр бер-береһенә асыла

Өфөләге “Торатау” Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Ҡаҙағстандың Премьер-министры Аскар Мамин ике республиканың иҡтисади хеҙмәттәшлегенә арналған бизнес-диалогта ҡатнашты. Ул “Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы-2021” форумы сиктәрендә үткәрелде.

Бизнес-диалогты асып, Радий Хәбиров Өфөгә рәсми сәфәр менән килгән Ҡаҙағстан делегацияһын сәләмләне һәм республиканың туғандаш дәүләт менән хеҙмәттәшлеге контурҙарын билдәләне.

“Беҙ Халыҡ-ара эшыуарлыҡ аҙнаһын да һеҙҙең ошо сәфәргә тура килтерҙек, был беҙҙең осрашыуға тағы ла эшлеклерәк төҫ бирә. Быйыл сентябрҙә һеҙгә  сәфәребеҙ йомғаҡтары буйынса юл картаһын әҙерләнек, даими хеҙмәт итәсәк эш төркөмө булдырылды. Ошо сәфәрҙән һуң бик аҙ ғына ваҡыт үтһә лә, Башҡортостандың һәм Ҡаҙағстандың ишектәре һәм баҙарҙары бер-береһенә асыла ла башланы. Беҙ ҡайһы бер предприятиеларыбыҙҙың Ҡаҙағстан менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә башлауын күрәбеҙ”, – тине Радий Хәбиров.

Аскар Мамин Башҡортостанға был сәфәрҙең ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе нығытасағына һәм тауар әйләнешенең артасағына ышаныс белдерҙе.

“Башҡортостан Рәсәй менән Ҡаҙағстандың стратегик хеҙмәттәшлегендә айырым урын тота. Республика делегацияһының сәфәре һөҙөмтәһендә 2022-2024 йылдарға хеҙмәттәшлек буйынса төҙөлгән юл картаһы беҙҙең аралағы сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыуҙың ышаныслы механизмы була бара, эшлекле даирәләр өсөн беҙҙең мөмкинлектәрҙең байтаҡ перспективалы йүнәлештәрҙә мөһим икәнлегенә сигналды аңлата”, – тине ул.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов республиканың Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлегенең яҡынса йомғаҡтары тураһында һөйләне. Ҡаҙағстандың сауҙа һәм интеграция министры Бахыт Солтанов ике республиканың да сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрен тәрәнәйтеү өсөн мөмкинлектәре ҙур булыуын билдәләне. “Башҡортостан сода компанияһы”ның генераль директоры Эдуард Давыдов әйтеүенсә, 2022 йылда предприятие Ҡаҙағстанға 87 миллион долларлыҡ 320 мең тонна продукцияһын оҙатырға йыйына. “Каустик” йәмғиәтенең генераль директоры Ермек Токмагамбетов ошо компанияның “Башҡортостан сода компанияһы” менән берлүәшеүе Ҡаҙағстандың химия сәнәғәте өсөн сифатлы алға китеш мөмкинлеге тыуҙырасағын әйтте.

Бизнес-диалогты йомғаҡлап, Аскар Мамин үҙ иленең Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә айырым әһәмиәт биреүен билдәләне.

“Киләсәктәге хеҙмәттәшлеккә беҙ ҙур ышаныс менән ҡарайбыҙ. Беҙ дөрөҫ йүнәлеш алдыҡ: тауар әйләнешен арттырыуҙы ғына түгел, ә предприятиелар араһындағы тәрән кооперацияны яйға һалыуҙы ла маҡсат итеп ҡуябыҙ”, – тине Радий Хәбиров.

 

 

 

 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2021-12-19/ishekt-r-ber-bere-en-asyla-2626405
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас