

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Ҡаҙағстан Премьер-министры Аскар Мамин етәкселегендәге делегация Башҡортостан Республикаһына Идара итеү үҙәгендә булды.
Почетлы ҡунаҡтар Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенә берләшкән проект идаралығы һәм социаль мониторинг мөмкинлектәре менән танышты.
Дәүләт идараһын һанлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин иҡтисад тармаҡтарын һанлы трансформациялау тураһында һөйләне. Ғәмәлдә республиканың һәр ведомствоһы үҙ мәғлүмәт системаһында эшләй. Һәр йүнәлеш буйынса автоматлаштырылған платформаға интеграцияланған дашборд булдырылған. Башҡортостанға Идара итеү үҙәге етәксеһе Елена Прочаковская Үҙәктең иҡтисад, мәғлүмәт һәм социаль коммуникациялар блоктары тураһында һөйләне.
Ҡаҙағстан Премьер-министры Аскар Мамин халыҡтан килгән мөрөжәғәттәрҙең компекслы аналитикаһы мөмкинлектәренә һәм Башҡортостандың йәшәү даирәһен һанлаштырыуға юғары баһа бирҙе.
“Беҙ ҙур тәьҫир алдыҡ. Һанлаштырыуға Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустиндың ниндәй әһәмиәт биреүен беләм. Һәм һеҙҙең тәжрибә, мәғлүмәттәр массивы, проекттар һаны бик әһәмиәтле”, – тине ул.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.