

Секцияла ҡатнашыусылар төбәктәр рейтингын тормош һәм төбәк иҡтисады кимәлдәрен баһалау системаһы булараҡ тикшерҙе, уларҙың нигеҙендә төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлештәренә анализ яһаны, был тәңгәлдә дәүләт идараһын баһалау тураһында фекер алышты һәм “хаталар өҫтөндә эш” башҡарҙы.
Сараның төп спикерҙары булып “Стратегик эшләнмәләр үҙәге” фондының төбәктәр иҡтисады директоры Марат Фәттәхов, Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Урал Насибуллин, республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Зөлфиә Ғүмәрова, Федерация Советы сенаторы Юлия Лазуткина һәм Дәүләт Думаһы депутаты Артем Кирьянов сығыш яһаны.
Фото: bashinform.ru.