

Асҡар Мамин Өфөгә эш сәфәре менән килгән Ҡаҙағстан делегацияһына етәкселек итә. Ҡунаҡтар Өфөләге “Торатау” конгресс-холында барған “Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы-2021: киләсәккә инвестиция” форумы сиктәрендәге бизнес-диалогта ҡатнаша. Форум йомғаҡтары буйынса Башҡортостан менән Ҡаҙағстан предприятиелары араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ.
Салауат Юлаевҡа һәйкәл 1967 йылда асылған. Уның скульпторы Сосланбәк Тавасиев ошо эше өсөн 1970 йылда СССР Дәүләт премияһына лайыҡ булған. Европалағы һәм Рәсәйҙәге был иң ҙур атлы скульптура гранит менән йөҙләнгән постаментҡа ҡуйылған һәм бейеклеге 9,6 метр тәшкил итә.
Фото: bashinform.ru.