

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы-2021: киләсәккә инвестиция” форумы бара. Уның сиктәрендәге бизнес-диалогта Өфө менән Нурсолтан ҡалалары араһында тура авиация бәйләнеше булдырыу тураһында һөйләшеп килешелде. Ҡаҙағстан Хөкүмәт Премьер-министры Асҡар Мамин етәкселегендәге рәсми делегация бөгөн ошо форумда ҡатнаша.
"Беҙ шулай уҡ Нурсолтан менән Өфө араһындағы авиарейстар һанын да асыҡланыҡ. Пандемия сәбәпле булған хәл нормалләшкәс тә, һауа бәйләнеше асыласаҡ. Рейстарҙы “Азимут” авикомпанияһы аҙнаһына ике тапҡыр башҡара аласаҡ”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһындағы инвестиция хеҙмәттәшлеге” бизнес-диалог барышында.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, Ҡаҙағстан – Башҡортостандың БДБ илдәре киңлегендәге төп партнеры. Беҙҙең менән иң ҙур сауҙа бәйләнеше булған өс ил араһына инә. Быйыл ошо күрһәткес өстән бер өлөшкә артҡан. Сауҙа әйләнеше структураһында – төрлө тармаҡтарҙан йөҙҙәрсә тауар.
Фото: bashinform.ru.