ИҠТИСАД
18 Декабрь 2021, 17:00

Евразия үҙәге баҙар яуларға ярҙам итә

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында өсөнсө көн барған “Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы-2021: киләсәккә инвестиция” форумы сиктәрендә “Евразия иҡтисади үҙәге – төбәк-ара хеҙмәттәшлек ҡоралы һәм социаль-иҡтисади үҫеште көйләүсе булараҡ” тигән тематик сессия уҙғарылды.

Евразия үҙәге баҙар яуларға ярҙам итәЕвразия үҙәге баҙар яуларға ярҙам итә
Евразия үҙәге баҙар яуларға ярҙам итә

Евразия иҡтисади үҙәге Рәсәйҙең һигеҙ төбәген берләштерә һәм тауар етештереүҙең барлыҡ стадияларында – сеймалдан алып экспорт продуктына тиклем – өҫтәлмә хаҡ тыуҙырыу сылбырын эшләү маҡсатында ойошторолған.

Тематик сессияны Рәсәй Финанс министрлығының”Финанс ғилми-тикшеренеү институты” федераль дәүләт бюджет учреждениеһы белгестәре алып барҙы.

Ошо комплекслы инвестиция проектында ҡатнашыу төбәктәргә нисек экспорт ҡеүәтен асырға һәм яңы баҙарҙар яуларға ярҙам итер? Был һорауға яуаптар “Биләмәләр үҫеше” йүнәлешенең етәксеһе Татьяна Караваеваның, Финанс ғилми-тикшеренеү институтының Тармаҡ иҡтисады үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре Максим Ивановтың, Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдиновтың, “Россотрудничество” федераль агентлығының иҡтисади хеҙмәттәшлек идаралығы етәксеһе Сергей Климовтың сығыштарында бирелде. Сессияның модераторы ТАСС мәғлүмәт агентлығы директоры урынбаҫары Андрей Соколов булды.

 

 

 

 

Фото: bashinform.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2021-12-18/evraziya-ge-ba-ar-yaular-a-yar-am-it-2625731
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас