ИҠТИСАД
18 Декабрь 2021, 08:18

Эшҡыуарлыҡ юғары маҡсаттар ҡуя

Башҡортостанда ҙур халыҡ-ара форум бара.

Эшҡыуарлыҡ юғары маҡсаттар ҡуяЭшҡыуарлыҡ юғары маҡсаттар ҡуя
Эшҡыуарлыҡ юғары маҡсаттар ҡуя

Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2021: киләсәккә инвестиция” форумы бара. Ул дүрт көн дауам итә. Сарала Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең, Төркиә, Беларусь, Ҡаҙағстандың эшлекле даирә вәкилдәре ҡатнаша. Форумдың тәүге көнө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән “Ростех” дәүләт корпорацияһы авиация комплексының индустриаль директоры Анатолий Сердюков үткәргән ултырыштан башланды. 

  

Бергәләп эшләһәк, ауырлыҡты еңәбеҙ

 

Хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышын асып, Радий Фәрит улы “Ростех” етәкселегенә Башҡорт­остан менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Беҙҙең сәнәғәт ябай булмаған пандемия осорон кисерә. Күмертау авиация предприятиеһы, “Станкостроение”, “БелЗАН” предприятиелары ауыр хәлдә ине. Бергәләп был ҡатмарлы хәлде еңеп сыҡтыҡ һәм бөгөн шуны билдәләйбеҙ – машиналар эшләү тармағы аҡрынлап үҫеш тиҙлеге ала башланы, – тине ул.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, Күмертау авиация предприятиеһы вертолет продукцияһы етеште­реүҙе икенсе йыл рәттән арттыра. Быйылғы йыл йомғаҡтары буйынса техника етештереү күләме 9,5 миллиард һумға етер тип көтөлә.

Анатолий Сердюков Башҡорт­остан менән хеҙмәттәшлекте юғары баһаланы. “Ведомство-ара комис­сияның эшләү осоронда беҙ стратегик ҡарарҙар ҡабул иттек, һөҙөмтәлә предприятиеларҙы үҫтереүҙә бөгөн үк һәйбәт күрһәткестәргә өлгәштек”, – тине индустриаль директор.

Ултырыш аҙағында Радий Хәби­ров “Ростех” дәүләт корпорация­һы авиация комплексының индустриаль директоры Анатолий Сердюковты “Башҡортостан Рес­пуб­ликаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены менән бүләкләне һәм республиканың машиналар эшләү комплексы вәкилдәренә Башҡорт­остан Башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

 

Энергетика ниндәй буласаҡ?

 

Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ сараһы тәүге көндә бер нисә секцияға бүленеп эшләне. “Эшҡыуарлыҡ һәм Tik Tok: нисек донъяла иң тиҙ үҫә барған социаль селтәрҙә аҡса эшләргә?”, “Ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығы: идеянан алып тормошҡа ашырыуға тиклем”, “Глобаль ЕSG: тренд йәки яңы үҫеш ҡағиҙәләре” исемле һәм башҡа секциялар барған бүлмәләрҙә тыңлаусылар күп ине. Шулай уҡ  “Парник газдары сығарыуҙы кәметеү стратегияһы: Башҡорт­остандың энергетикаһы ниндәй буласаҡ?” тигән секция ла күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте.

Башҡортостан 2030 йылға, әлеге генерациянан баш тартып, тирә-яҡ мөхиткә углерод энергети­каһының кире тәьҫирен кәметеү ысулдарын таба алырмы? Был юлда иҡтисад тармаҡтарын климатҡа ҡарата көйләүҙең ниндәй механизмдары һәм эш ҡоралдары йоғонтолораҡ булыр? Секцияла ҡатнашҡан белгестәр ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләне.

Фекер алышыуҙар шундай һығымтаға килтерҙе: Рәсәй климаты буйынса көнүҙәк мәсьәлә­ләргә баһа биргәндә декарбонизация процестарын үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашырға һәм климат проекттарын университеттар, эшҡы­уарлыҡ һәм фондтар менән бергә алып барырға кәрәк. Был сессияла республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов,  Өфө дәүләт нефть техник университетының климат проекттары верификацияһы үҙәге етәксеһе Ринат Кәримов, Финанс институтының Тармаҡ иҡтисады үҙәге етәксеһе Инна Рыкова, Мәскәү дәүләт университеты профессоры Александр Ольчев һәм башҡалар ҡатнашты.

Билдәле булыуынса, Башҡорт­остан биләмәһендә углерод менән эш иткән компаниялар күп.  Уларҙың антропоген сығышлы парник газдарын билдәләү, нейтрал­ләштереү һәм утилләштереү буйынса технологияларҙы ҡулланыу тәжрибәһе лә ҙур.

– Беҙҙең ҡулда ике төп дәртләндереү сараһы бар: сикләүҙе көйләү һәм йомшаҡ дәртләндереү ысулдары, улар нигеҙҙә төбәктәр ҡарамағында,  – тине Айрат Фәх­рет­динов.

Александр Ольчев билдәләүен­сә, карбон полигондары менән эш итеүҙә Башҡортостандың мөмкин­лектәре ҙур. Парник газдары күләме ҙур һәм уларға мониторинг яһау талап ителә. Донъя техникаһы был тәңгәлдә аныҡ түгел, ти эксперттар.

 

Тауарҙы 117 илгә һатабыҙ

 

Секцияларҙа эшләгәндән һуң “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2021” сараһын асыу тантанаһы тураһында хәбәр иткәйнек. Төштән һуң ул үҙ эшен пленар ултырышта дауам итте. Сара “Экспорт һәм инвестициялар: яңы мөмкинлектәр” тип аталды, уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, “Рәсәй экспорт үҙәге”нең генераль директоры Вероника Никишина, Тунистың Рәсәйҙәге илсеһе Тарак Бен Салем, РБК ТВ-ның идарасы директоры, модератор Илья Доронов һәм башҡалар ҡатнашты.

Ултырышта билдәләнеүенсә, Башҡортостан тауарҙары 117 илгә оҙатыла. Бөгөнгө ҡатмарлы пандемия осоро өсөн был – бик һәйбәт күрһәткес. Дәүләт тә эшҡыуарҙарға һиҙелерлек ярҙам ойоштора.

– Экспортҡа килгәндә, эшҡыуар­ҙарҙы сит ил баҙарына сығыу менән ҡыҙыҡһындырабыҙ икән, был эштең отошло икәнен барыһы ла аңлай, – тине Радий Фәрит улы үҙенең сығышында. – Был эшмәкәрлекте отошло итеү – төп маҡсатыбыҙ. Донъя баҙарында бөтөнләй икенсе шарттар – икенсе ҡануниәт, хатта икенсе тел, шуға күрә дәүләттең ярҙамынан тыш предприятиеларҙың үҙҙәренә генә ҡыйынғараҡ тура килә. Әле генә һанап кителгән дәүләт ярҙамы сараларына килгәндә, уларҙы ҡабул иткәндә илдең башҡа төбәктәренең дә тәжрибәһен иҫәпкә алдыҡ, “Рәсәй экспорт үҙәге”нең тәҡдим­дәрен дә ҡулланабыҙ.

Пленар ултырыштан һуң Радий Хәбиров менән Вероника Никишина журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

– Рәсми статистика күрһәте­үенсә, быйылғы ун айҙа Рәсәйҙең энергетика сеймалына ҡарамаған экспорт күләме 153 миллиард доллар тәшкил итте. Был – һуңғы йылдарҙағы рекорд, – тине Вероника Никишина.

Радий Хәбиров, Башҡорт­остан­дың тышҡы иҡтисади бәйләне­шенең йәнләнеүен билдәләп:

– Быйылғы йылды ла беҙ ошо йүнәлештә былтырғынан яҡшыраҡ тамамлайбыҙ. Әммә тышҡы сауҙа әйләнеше күләмен тағы ла күбәйтеү талап ителә – беҙгә был йәһәттән эшләйһе күп әле, – тине.

 

Төркиә менән хеҙмәттәшлек киңәйә

 

Халыҡ-ара аҙналыҡтың икенсе эш көнөндә Башҡортостан менән Төркиә араһында бизнес-диалог булып уҙҙы.

– Беҙҙең республикала төрөк эшҡыуарҙары күп һәм уңышлы эш итә, был хеҙмәттәшлек артабан да киңәйер тип күҙаллайбыҙ. Киләһе йыл башынан байтаҡ проекттарҙы тормошҡа ашыра башларға ниәтләйбеҙ, – тине үҙенең тәбрик­ләү сығышында Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Уның әйте­үенсә, республиканың иҡтисади ҡеүәте бындай күҙаллауҙың тормошҡа ашасағын тулыһынса гарантиялай.

Бизнес-диалогта Анкара менән телекүпер барышында билдәлә­неүенсә, Башҡортостан менән Төркиә араһындағы сауҙа хеҙмәттәшлеге күләме, ҡатмарлы пандемия мәле булһа ла, быйылғы ун айҙа былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда 52 про­центҡа артҡан. Быны бөтә сығыш яһаусылар ҙа ҙур ҡәнәғәтлек менән әйтеп үтте. Иҡтисади мөмкин­лектәрҙе тулыраҡ файҙаланыу маҡсатында киләһе йылда башҡорт-төрөк форумын уҙғарыу ҙа планлаштырыла.

Республиканың ошо ил менән иҡтисади бәйләнештәре үҫә барыуын осрашыуҙа төрлө һанлы мәғлүмәттәр менән дә дәлилләп күрһәттеләр: быйылғы ғинуар-сентябрҙә генә лә Башҡорт­остандың Төркиәгә экспорты – 117,2 миллион доллар, ә импорты 14,7 миллион доллар тәшкил иткән, йәғни сауҙа әйләнеше күрһәткесе – 131,9 миллион доллар.

Төркиәнең Ҡазандағы сауҙа атташеһы Исмәт Осҡан, Төркиәнең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Режеп Кылынч, төрөк туҡыу компанияһы милексеһе һәм генераль директоры Әхмәт Алтыноз, “Русджам Стеклотара Холдинг” компанияһы директоры Тайман Сабанер үҙҙә­ренең сығышында беҙҙең республика буйынса эшмәкәрлектәре, алдағы маҡсаттары тураһында һөйләне, Төркиәлә эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы саралары тура­һында мәғлүмәт бирҙе.

Форум эше дауам итә.

 

 

 

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2021-12-17/esh-yuarly-yu-ary-ma-sattar-uya-2623457

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас