

Уны киң билдәле тележурналист һәм режиссер Александр Гордон алып барҙы.
Осрашыу “Асыҡ диалог” тип аталды һәм нигеҙҙә ошо залға йыйылған, республика ҡалалары һәм райондарынан онлайн-режимда ҡатнашҡан эшҡыуарҙарҙың һорауҙарына яуап биреүҙән торҙо. Һорауҙарға Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов, Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса корпорацияның генераль директоры Александр Исаевич һәм башҡалар яуап бирҙе.
Александр Исаевич раҫлауынса, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҡағылышлы ҡануниәткә төҙәтмәләр индереү талап ителә. Был федераль закон проектын Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин да хуплаған һәм тиҙҙән ул Дәүләт Думаһы ҡарауына тапшырыласаҡ.
“Тәҡдим ителгән төҙәтмәләр хоҡуҡ боҙоуҙарҙың иҫкәртелеүен улар өсөн яза алыуға ҡарағанда өҫтөнөрәк итә, ҡуйылған талаптарҙы күҙәтеү менән ҡыҙыҡһындыра. Санкциялар ҡулланыу ҙур булмаған предприятиеларҙы бөлгөнлөккә алып килмәйәсәк, әммә ҡабаттан хоҡуҡ боҙоуҙарҙан ҡурсалай аласаҡ”, – тине Александр Исаевич.
Пленар осрашыуҙан һуң эшҡыуарҙар “Төбәктәрҙең рейтингы. Методолоия һәм үҫеш стимулдары”, “Евразия иҡтисады үҙәге – төбәк-ара хеҙмәттәшлек ҡоралы булараҡ” исемле һәм башҡа секцияларҙа, хакимиәт башлыҡтарының эшҡыуарлыҡты ҡурсалаған урынбаҫарҙары өсөн стратегик сессияла эшен дауам итте. Уларҙы республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте, Рәсәй Финанс министрлығының “Финанс ғилми-тикшеренеү институты” учреждениеһы, “Башҡортостан Республикаһының Стратегик эшләнештәр үҙәге” автономиялы коммерцияға ҡарамаған үҙәге ойошторғайны.
Автор фотоһы.