ИҠТИСАД
18 Декабрь 2021, 16:45

Эксперттар форумға юғары баһа бирҙе

*

Эксперттар форумға юғары баһа бирҙеЭксперттар форумға юғары баһа бирҙе
Эксперттар форумға юғары баһа бирҙе

- Пандемия осоронда Башҡортостан иҡтисади өлкәлә, атап әйткәндә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн өлгәшкән һөҙөмтәләргә хайран ҡалдым. Был аҙналағы форум бизнесҡа ярҙам итеү процесы барғанын, ул реаль эштәр менән тулыланғанын дәлилләй. Форум артабанғы үҫеште күҙ уңында тотҡан нөктәләрҙең береһе булараҡ уңышлы үтте, - ти Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы эшлекле советының башҡарма секретары Сергей Канавский.

 

- Республика ойошторған һәм икенсе йыл рәттән аныҡ мәсьәләләрҙе һәм проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн файҙалы эш алып бара. Был «бөтә донъялағы тормошто яҡшыртыу өсөн, насар булмаһын өсөн» киң сиктәге бәхәс түгел. Был проекттар һәм уларҙы үҫтереү, тормошҡа ашырыу йәһәтенән тикшерелгән аныҡ башланғыстар. Майҙансыҡтың үҙенсәлеге шунда, шуға күрә уның үҫешеүен теләйбеҙ, - ти «ТАСС» мәғлүмәт агентлығының генераль директоры урынбаҫары Андрей Соколов.

 

Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2021 Өфөлә ҡатнаш форматта: онлайн һәм офлайн уҙҙы. Спикерҙарҙың бер өлөшө майҙансыҡҡа йыйылды, икенсе өлөшө конференц-бәйләнеш буйынса фекер алышыуға ҡушылды. Эшлекле программа дөйөм иҡтисадҡа, экспортҡа, инвестицияларға, медиаға, шулай уҡ ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй һәм урта бизнесына ярҙам итеүгә арналды.

 

 

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас