ИҠТИСАД
18 Декабрь 2021, 08:03

Дүртенсе пакеттың исем туйы үткәрелде

"Өҫтөнлөк – Урал аръяғы һәм төньяҡ-көнсығыш райондарына. Уларға дәүләт булышлығы күберәк кәрәк".

Дүртенсе пакеттың исем туйы үткәрелдеДүртенсе пакеттың исем туйы үткәрелде
Дүртенсе пакеттың исем туйы үткәрелде

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында барған “Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы-2021: киләсәккә инвестиция” форумында иҡтисадҡа дәүләт ярҙамының дүртенсе пакетының исем туйы үткәрелде.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, был ярҙамдың төп өлөшө ауыл хужалығына, мелиорацияға, бөтә техниканы яңыртыуға йүнәлтелә.

“Әлбиттә, өҫтөнлөк – Урал аръяғы һәм төньяҡ-көнсығыш райондарына, – тине ул. – Уларға дәүләт булышлығы күберәк кәрәк. Ярҙамдың дүртенсе пакеты әҙер тиерлек. Ғинуарҙа шуға арналған ҙур матбуғат конференцияһы уҙғарасаҡбыҙ”.

Беренсе вице-премьер айырым әйтеп үтеүенсә, урындағы власть өсөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ та ҙур әһәмиәткә эйә. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҙен нисек тоя, бөтә иҡтисад та шундай хәлдә буласаҡ”, – тине Рөстәм Моратов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2020 йылда республика эшҡыуарлыҡҡа һәм бөтә иҡтисадҡа 30 миллиард һум күләмендәге ике ярҙам пакетын әҙерләгәйне, быйыл февралдә уның өсөнсө пакеты ғәмәлгә ашырылды.

 

 

 

 

 

 

Фото: bashinform.ru

Автор:Рәшит Кәлимуллин
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2021-12-17/d-rtense-paketty-isem-tuyy-tk-relde-2625059
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас