ИҠТИСАД
18 Декабрь 2021, 17:18

Был күрһәткес бер миллиард долларға етергә тейеш

“Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙнаһы-2021: киләсәккә инвестиция” форумында Ҡаҙағстан Хөкүмәте Премьер-министры Асҡар Мамин: “Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһындағы сауҙа әйләнеше йылына бер миллиард долларға етергә тейеш”, – тине.

Был күрһәткес бер миллиард долларға етергә тейешБыл күрһәткес бер миллиард долларға етергә тейеш
Был күрһәткес бер миллиард долларға етергә тейеш

Уның был һүҙҙәрен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та хупланы, ошо күрһәткестең рәсми һәм эшлекле даирәләр өсөн ориентир булырға тейешлеген, ә бының өсөн бөтә шарттар бар икәнлеген әйтте.  

Асҡар Мамин Ҡаҙағстан делегацияһының бөгөнгө сәфәре үҙ-ара мөнәсәбәттәргә артабанғы импульс бирәсәгенә ышаныс белдерҙе. Быйыл Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһындағы сауҙа әйләненеше 19,5 миллиард һум тәшкил иткән һәм былтырғы менән сағыштырғанда 20 процентҡа артҡан.

 

 

 

 

Фото: bashinform.ru.                                                                                    

Автор:Рәшит Кәлимуллин
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2021-12-18/byl-k-r-tkes-ber-milliard-dollar-a-eterg-teyesh-2625979
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас