ИҠТИСАД
18 Декабрь 2021, 08:31

Башҡортостан Ҡытайҙа вәкиллек асырға йыйына

15 декабрҙән 18-енә тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһында «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы—2021. Киләсәккә инвестициялар» форумы бара.

Башҡортостан Ҡытайҙа вәкиллек асырға йыйынаБашҡортостан Ҡытайҙа вәкиллек асырға йыйына
Башҡортостан Ҡытайҙа вәкиллек асырға йыйына

Башҡортостан Ҡытайҙа үҙенең вәкиллеген асырға йыйына, тип хәбәр итте республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров Өфөлә «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы»нда.

«Мин уның датаһын хәҙер үк әйтер инем, әммә һуңынан республика Башлығы минән: «Ни өсөн датаны минең менән раҫламайынса әйтәһең?» - тип һорар. Шуға күрә әйтеп тормайым. Был яҡын арала тормошҡа ашыр тип ышанам. Ҡытай тауар әйләнеше буйынса стратегик партнерыбыҙ булып тора. Беҙ бер нисә вәкиллек астыҡ. Австрияла, Ҡаҙағстанда, Белорусь Республикаһында вәкиллектәребеҙ бар. Башҡортостан вәкиллегенең киләһе йылда уҡ асылыуы ихтимал тип уйлайым», — тине Андрей Назаров «Халыҡ-ара кооперация» пленар ултырышында.

15 декабрҙән 18-енә тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһында «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы—2021. Киләсәккә инвестициялар» форумы бара. Эшлекле программа иҡтисадҡа, экспортҡа, инвестицияларға, медиаға, шулай уҡ ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлығына арналған.

 

 

 

фото:Валерий Шахов.

Автор:Галина Бахшиева
https://bash.bashinform.ru/news/politics/2021-12-17/bash-ortostan-ytay-a-v-killegen-asyr-a-ni-tl-y-2623514
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас