ИҠТИСАД
18 Декабрь 2021, 17:28

Башҡортостан Башлығы менән Ҡаҙағстан Премьер-министры осрашты

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Ҡаҙағстан Премьер-министры Асҡар Маминдың эш осрашыуы булып үтте.

Башҡортостан Башлығы менән Ҡаҙағстан Премьер-министры осраштыБашҡортостан Башлығы менән Ҡаҙағстан Премьер-министры осрашты
Башҡортостан Башлығы менән Ҡаҙағстан Премьер-министры осрашты

Ҡаҙағстан Премьер-министры Асҡар Мамин Өфөгә “Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы-2021” форумында ҡатнашҡан рәсми делегацияны етәкләй.

Осрашыуҙа Рәсәй менән Ҡаҙағстан араһындағы стратегик хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү перспективалары буйынса фекер алышыу барҙы. Башҡортостан Башлығы вәкәләтле делегацияның сәфәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм был ил халҡын милли байрамдары – Бойондороҡһоҙлоҡ көнө менән ҡотланы.

“Уҙған 30 йыл эсенлә һеҙ һоҡландырғыс уңыштарға ирештегеҙ. Ҡаҙағстандың артабан да сәскә атыуын теләйем!” – тине Радий Хәбиров. – Беҙ Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙнаһында шуны билдәләнек: Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһындағы сауҙа әйләнеше 330 миллион долларға еткән, беҙ уны йылына бер миллиард долларға еткерә алырбыҙ тип уйлайым”.

Ҡаҙағстан Премьер-министры Асҡар Мамин Радий Хәбировҡа Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығына саҡырған өсөн рәхмәт әйтте. Уның билдәләүенсә, ике яҡтың берлектәге эшмәкәрлегендә ыңғай динамика күҙәтелә.

 

 

 

 

 

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2021-12-18/bash-ortostan-bashly-y-men-n-a-a-stan-premier-ministry-osrashty-2625983
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас