ИҠТИСАД
17 Декабрь 2021, 15:08

Бизнес форумдың өсөнсө көнө: “Асыҡ диалог”

Хәйбулла районы эшҡыуарҙары ла Өфөлә үткән “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы”нан ситтә ҡалманы

Бизнес форумдың өсөнсө көнө: “Асыҡ диалог”Бизнес форумдың өсөнсө көнө: “Асыҡ диалог”
Бизнес форумдың өсөнсө көнө: “Асыҡ диалог”

“Асыҡ диалог” пленар осрашыуында  мәсьәләләр буйынса фекер алышыуҙа эшҡыуарлыҡ буйынса БР Дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов һәм  “Корпорация МСП”-ның генераль директоры Александр Исаевич ҡатнашты.

Zoom форматында үткән видеокәңәшмәгә Хәйбулла районы эшҡыуарҙары ла ҡушылды. Осрашыуҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҡағылышлы төрлө һорауҙар ҡаралды.

Александр Исаевич яҡын арала Дәүләт думаһына административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проекты индереләсәген хәбәр итте. Был үҙгәрештәр илдә эшлекле мөхитте яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Законды премьер-министр Михаил Мушистин хуплаған. Дөйөм алғанда, закон проекты былай ҙа пандемия сәбәпле зыян күргән урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты яҡлауға йүнәлтелгән.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас