

2022 йылда Lasselsberger компанияһының Башҡортостанда тағы ла бер завод төҙөүе тураһында “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы”нда хәбәр ителде.
--Ҙур плиталар етештереү заводы Өфө районында төҙөләсәк. Әле улар ҙур булмаған керамик плиталар етештерә, ә бында һүҙ ҙур плиталар сығарыу тураһында бара. Мәҫәлән, 10х4, 10х6 метр күләмендәге. Ҙур плиталар етештереү—яңы тренд, ул сифат та бирә, төҙөлөш темпын да арттыра. Беҙҙә әлегә ундай плиталар сығарылмай, шуға күрә Lasselsberger Башҡортостанда үҙ заводын аса,--тине республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.
Премьер-министр белдереүенсә, хәҙер техник килешеүҙәр төҙөлә. Завод төҙөлөүе йылына 10 млн. кв.м. керамик плиталар сығарыу мөмкинлеген бирә, шулай уҡ компания 270 яңы эш урыны булдырасаҡ.
Фото Валерий Шахов.
Башинформ