

Александра Власенко районда етештерелгән продукцияларҙы эшкәртеүҙе ойоштора алған эшҡыуар.
2015 йылдан алып Аҡъярҙа ит продукциялары һәм ярымфабрикаттар һатыу магазины, ит эшкәртеү цехы уңышлы эшләй. Продукция менән урындағы фермерҙар тәьмин итә.
Бер йыл элек Аҡъярҙа ошо уҡ исем аҫтында тағы бер магазин асылды. “Ит лавка”һын экологик яҡтан таҙа продукция һатҡан экомаркет селтәре тип атарға ла була.
Магазин ассортименты киң һәм ҙур ихтияж менән файҙалана. Александра бизнесты киңәйтергә уйлай. Район хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәһенә ул сеймал, магазин һәм цех өсөн ҡорамалдар һатып алыу менән бәйле сығымдар өлөшөн ҡайтарыу маҡсаты менән килде. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов инвестиция проектына дәүләт ярҙамы күрһәтеү варианттары өҫтөндә эшләргә ҡушты.