ИҠТИСАД
15 Декабрь 2021, 16:17

Хәйбулла эшҡыуарҙары ниндәй проекттар тәҡдим итте?

*

Хәйбулла эшҡыуарҙары ниндәй проекттар тәҡдим итте?Хәйбулла эшҡыуарҙары ниндәй проекттар тәҡдим итте?
Хәйбулла эшҡыуарҙары ниндәй проекттар тәҡдим итте?

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә ҙур иғтибар бүленә. Хакимиәттәрҙә аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү – быға аныҡ дәлил.

Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә был юлы ике проект тәҡдим ителде. Гөлсәсәк һәм Илшат Дәүләтҡоловтар эшҡыуарлыҡ өлкәһендә тәүге йыл ғына түгел. Уларҙың район үҙәгендә "Ҡамыр батыр" исемле икмәк бешереү цехы бар, улар етештергән икмәк продукцияһы төбәктә ҙур ихтыяж менән файҙалана. Йәштәр был юлы эштәрен йәйелдереү маҡсатында Өфөнөң Октябрь районындағы Ноғай ауылында үҙ эштәрен асырға уйлай, әммә эштән килгән һалым районда ҡаласаҡ, тиҙәр. Ошо эште башлау өсөн кәрәле ҡорамалдар алыу өсөн ярҙам һорай Дәүләтҡоловтар.

Зилә Солтанова "Тандыр-Хан" икмәк бешереү цехында икмәк һәм төрлө бәлеш, бөйөрөктәр бешереү меннә шөғөлләнә. Эшҡыуар ҡатын үҙ эшен асыу маҡсатында шәхси аҡсаһына кәрәкле ҡорамалдар һәм кәрәк-яраҡ һатып алған. Әле ул район етәкселегенән был тәңгәлдә ярҙам итеүҙәрен һораны.

Ике эшҡыуарҙың да инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу маҡсатында ярҙам итергә тәҡдим ителде.

 

 

 

 

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Карима Усманова

Фото: Хәйбулла район хакимиәте сайтынан.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-12-14/amyr-batyr-men-n-tandyr-han-2619519

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас