

Ведомство-ара комиссия ултырышы Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә ойошторолдо. Комиссияның эшен асып, Радий Фәрит улы “Ростех” етәкселегенә Башҡортостан менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән өсөн рәхмәт белдерҙе.
“Беҙҙең сәнәғәт ябай булмаған пандемия осорон кисерә. Кумертау авиация предприятиеһы, “Станкостроение”, “БелЗАН” предприятиелары ауыр хәлдә ине. Бергәләп был ҡатмарлы хәлде еңеп сыҡтыҡ һәм бөгөн шуны билдәләйбеҙ – машиналар эшләү тармағы аҡрынлап үҫеш темптары ала башланы”, – тине ул.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, Күмертау авиация предприятиеһы вертолет продукцияһы етештереүҙе икенсе йыл рәттән арттыра. Быйылғы йыл йомғаҡтары буйынса техника етештереү күләме 9,5 миллиард һумға етер тип көтөлә.
Анатолий Сердюков Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте юғары баһаланы. “Ведомство-ара комиссияның эшләүе осоронда беҙ стратегик ҡарарҙар ҡабул иттек, һөҙөмтәлә предприятиеларҙы үҫтереүҙә бөгөн үк һәйбәт күрһәткестәргә өлгәштек”, – тине индустриаль директор.
Ултырыш аҙағында Радий Хәбиров “Ростех” дәүләт корпорацияһының авиация комплексының индустриаль директоры Анатолий Сердюковты “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены менән бүләкләне һәм республиканың машиналар эшләү комплексы вәкилдәренә Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.